Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Илдар Вәлиев ни өсөн ҡатнашырға булған?

“Башҡортостан геройҙары” Рәсәйҙәге ошондай уҡ программалар араһында иң ҙур ихтыяж менән файҙаланылғаны тип танылды. Уның финалында – махсус хәрби операция ветераны Илдар Вәлиев. Илдар Фаат улын районда күптәр белә һәм уның тураһында тик яҡшы һүҙҙәр әйтә. Грамоталы, яуаплы белгес, ауылда әүҙем кеше, күңеле менән тыуған яғы өсөн борсолоусы, Рәсәйҙең ысын илһөйәре. 2022 йылдың көҙөндә, өлөшләтә мобилизациялау ваҡытында ул махсус хәрби операцияға юлланған. Хәрби бурысҡа тоғро ҡалып, үҙенә бирелгән хәрби мәсьәләләрҙе намыҫ менән үтәй. Тик 2023 йылдың декабрендә ғаилә хәле буйынса демобилизациялана һәм ҡайтарыла. Әле ул элекке эш урынында – Рәсәй Социаль фонды бүлексәһендә. Илдар Вәлиев үҙенең проектта ҡатнашыуы тураһындағы ҡарарын ябай итеп аңлата. - Яңы алынған белем һәм тәжрибә һөҙөмтәһендә йәмғиәткә күберәк файҙа килтергем килә. Йәштәрҙе тәрбиәләү, ирекмәндәргә йәмғиәт башланғыстарында булышлыҡ ҡылыу, һөнәри эшмәкәрлектә яңы һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙә ярҙам итергә уйлайым, - ти Илдар Фаат ул

“Башҡортостан геройҙары” Рәсәйҙәге ошондай уҡ программалар араһында иң ҙур ихтыяж менән файҙаланылғаны тип танылды. Уның финалында – махсус хәрби операция ветераны Илдар Вәлиев. Илдар Фаат улын районда күптәр белә һәм уның тураһында тик яҡшы һүҙҙәр әйтә. Грамоталы, яуаплы белгес, ауылда әүҙем кеше, күңеле менән тыуған яғы өсөн борсолоусы, Рәсәйҙең ысын илһөйәре. 2022 йылдың көҙөндә, өлөшләтә мобилизациялау ваҡытында ул махсус хәрби операцияға юлланған. Хәрби бурысҡа тоғро ҡалып, үҙенә бирелгән хәрби мәсьәләләрҙе намыҫ менән үтәй. Тик 2023 йылдың декабрендә ғаилә хәле буйынса демобилизациялана һәм ҡайтарыла. Әле ул элекке эш урынында – Рәсәй Социаль фонды бүлексәһендә. Илдар Вәлиев үҙенең проектта ҡатнашыуы тураһындағы ҡарарын ябай итеп аңлата. - Яңы алынған белем һәм тәжрибә һөҙөмтәһендә йәмғиәткә күберәк файҙа килтергем килә. Йәштәрҙе тәрбиәләү, ирекмәндәргә йәмғиәт башланғыстарында булышлыҡ ҡылыу, һөнәри эшмәкәрлектә яңы һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙә ярҙам итергә уйлайым, - ти Илдар Фаат улы. Финалға, конкурс һайлауын үтеп, 70 тирәһе ҡатнашыусы сыҡты. Уларҙың һәр береһенә төбәктәге идара итеү командаһынан бер остазды беркетәсәктәр, ә яугирҙәр үҙҙәре тармаҡты һайлаясаҡ. Был этап күп айлыҡ эштең кульминацияһы булды. Уның барышында претенденттар үҙҙәренең лидерлыҡ сифаттарын, стратегик фекер йөрөтөү, командала эшләй алыу кеүек мөмкинлектәрен күрһәтте. Остаздар менән хеҙмәттәшлек итеү финалға сыҡҡандарға һөнәри үҫеш өсөн шәп мөмкинлек буласаҡ. Олег ЛЕОНТЬЕВ. Фото: Олега ЛЕОНТЬЕВ. (“Светлый путь” гәзитенән).