Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Геройҙар ваҡыты” федераль кадр проекты һәм “Башҡортостан геройҙары” республика программаһы тураһында һөйләне. Радий Фәрит улы белдеүенсә, ул “Геройҙар ваҡыты” проекты ҡатнашыусыһы, Башҡортостандан сыҡҡан Рәсәй Геройы Денис Чернавиндың остазы булып киткән. Әлеге ваҡытта “Геройҙар ваҡыты” федераль кадрҙар проектының икенсе ағымы финалы үтте. Унда, Денис Чернавиндан тыш, Башҡортостандан махсус операцияла ҡатнашыусылар, Батырлыҡ ордены кавалерҙары Денис Камалетдинов, Илья Миронов һәм Денис Худяков ҡатнаша. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров шулай уҡ Батырлыҡ ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы кавалеры Оскар Ситдиҡовтың остазы булып тора. Шулай уҡ әлеге ваҡытта республика кадр программаһы – “Башҡортостан геройҙары” проекты тормошҡа ашырылыуын дауам итә. Радий Хәбиров 22 июлдә унда ҡатнашыусылар менән осрашасағын белдерҙе. Был проекттың финалына 70 кеше сыҡты, улар республика властарының даими иғтибарын тоя. Фото: "Башинформ".