Башҡортостанда юғары темп менән белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау эштәре бара. Улар 15 авгусҡа тамамланырға тейеш, тине аҙналыҡ кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев. Һүҙ мәғариф учреждениеларын модернизациялау федераль программаһы сиктәрендә бер йыллыҡ ремонт циклы мәктәптәре хаҡында бара. Бөгөнгә бер йыллыҡ цикл объекттарының уртаса төҙөлөш әҙерлеге 84 процентҡа еткән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона объекттарҙың әҙерлеге менән сағыштырғанда, 13 процентҡа юғарыраҡ. – Бер йыллыҡ цикл объекттарында ҙур алға китеш бар. Улар – Стәрлебаш коррекция мәктәп-интернаты (100 процент әҙерлек), Саҡмағош районының Имәнлеҡул ауылы мәктәбе (90 процент әҙерлек), Өфөләге 4-се мәктәп (87 процент әҙерлек), Бөрйән районының Асҡар ауылы мәктәбе (85 процент әҙерлек). Ике йыллыҡ цикл объекттарында уртаса төҙөлөш әҙерлеге 98,15 процент тәшкил итә. Өҫтәүенә ҡайһы бер мәктәптәрҙә ремонт эштәре алдан тамамланған, – тип хәбәр итте Урал Килсенбаев. Шул уҡ ваҡытта Бү