16 – 21 июлдә Башҡортостанда “Зарница 2.0” уйындары округ йыйындары булды. Сара Рәсәй Федерацияһы Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркы биләмәһендә үткәрелде. Йыйынға Волга буйы федераль округы дөйөм белем биреү ойошмаларының 14 – 17 йәшлек уҡыусылары килде. Сара программаһының өлкән йәш категорияһындағы 14 отряд — Бөтә Рәсәй “Зарница 2.0” хәрби-патриотик уйынының төбәк этаптары еңеүселәре – ҡатнашты. Һәр отрядтың составында 11-12 кеше, шул иҫәптән ике ҡыҙ һәм бер-ике педагог-уҡытыусы бар ине. Стәрлетамаҡтан “РОСГВАРДИЯ БР” командаһы Башҡортостан исеменән ҡатнашты. Улар ярыштарҙың төбәк этабында өлкән йәш категорияһында беренсе урын яулағайны. Йыйындар программаһының төп йүнәлештәре ут, тактик һәм махсус әҙерлек, урында ориентир табыу, беренсе ярҙам күрһәтеү, һуғышта отряд менән идара итеү, позицияларҙы инженер ҡорамалдары менән йыһазландырыу, алынған белемде ҡулланып яланда сығыш яһау булды. Сара ысын хәрби хәрәкәттәр шарттарына тура килтерелгән уҡыу-күнек