Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тағы 11 кеше уғрылар “ҡармағына” эләкте

Ял көндәрендә Башҡортостандың 11 кешеһе мутлашыусылар “ҡармағына” эләкте. Күптән билдәле схема буйынса ике кеше ҙур суммалағы аҡсаларын юғалтты. Стәрлетамаҡтан 18 йәшлек студент, ялған “һалым” һәм “үҙәк банк” хеҙмәткәрҙәре һүҙенә ышанып, ике миллион аҡсаһын уларға күсерә. Балтас районынан 31 йәшлек ҡатын “декларация тултырыу” кәрәклегенә ышанып, 700 мең һум аҡсаһын (440 мең һумы кредитҡа алынған) алдаҡсыларға бирә. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: картағыҙҙың код, пароль һәм реквизиттарын берәүгә лә хәбәр итмәгеҙ. Таныш булмаған кешеләрҙән килгән мәғлүмәтте тикшерегеҙ. Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.