Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 21-27 июлдә, Бөтә донъя баш мейеһе көнө айҡанлы, баш мейеһе сәләмәтлеген һаҡлау аҙнаһы үткәреүҙе иғлан итте. Баш мейеһе сәләмәтлеген һаҡлау өсөн физик һәм аҡыл әүҙемлеген һаҡлау, артериаль ҡан баҫымын күҙәтеү, ваҡытында диспансерлаштырыу, профилактик сараларҙы үтеү мөһим. Баш мейеһе эшмәкәрлеге тайпылыштары төрлө-төрлө: нервы-мускул сирҙәре, эпилепсия, тарҡау склероз, Паркинсон сире, төрлө деменция төрҙәре, баш мейеһенең хроник ишемияһы һәм инсульт. Бөтә донъя инсульт ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл һайын донъяла 15 миллиондан ашыу инсульт осрағы теркәлә. Ә Рәсәйҙә йыл да 400 меңдән ашыу кеше баш мейеһендә киҫкен ҡан әйләнеше тайпылыштары менән осраша. Ковид кисергәндән һуң барлыҡҡа килгән синдром үҫеше когнитив функцияларға кире йоғонто яһаны, йоҡо насарланыуына, баш ауыртыуына һәм астенияға килтерҙе. Ковидтан һуң барлыҡҡа килгән синдром өлкәнәйгән һайын үҫешә һәм электән килгән проблемаларҙы көсәйтә. Уның билдәләрен тойғанда табипҡа мөрәжәғәт ит