Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Радий Хәбиров “Башҡортостан геройҙары”ның финалсылары менән осрашты

Бөгөн, 22 июлдә, БР Башлығы Радий Хәбиров “Патриот” хәрби-патриотик паркында “Башҡортостан геройҙары”ның финалсылары менән осрашты. Республиканың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн әҙерләнгән кадрҙар проектына Рәсәйҙең 40 төбәгенән 2 меңдән ашыу хәрби ғариза биргән. Уларҙың 70-е финалға үтте. 21 июлдә дүрт белем биреү модуленең беренсеһе старт алды. Бер йылға иҫәпләнгән программаға шулай уҡ модуль-ара уҡыу һәм практик стажировкалар инә. Уны Президент академияһының Юғары идара итеү мәктәбе менән берлектә тормошҡа ашыралар. «Башҡортостан геройҙары» программаһы финалсыларын сәләмләп, Радий Хәбиров уларға Ватан мәнфәғәтенә хеҙмәт иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте, уңышлы уҡыуҙарын, яңы идеялар һәм ҡаҙаныштар теләне. “Һеҙгә Башҡортостандың үҫеше, идара итеү эшмәкәрлеге нигеҙҙәре тураһында киң белем бирергә иҫәп тотабыҙ. Һәм уҡығандан һуң һеҙҙе, үҙегеҙҙең фекерҙе иҫәпкә алып, төрлө кимәлдәге етәксе вазифаларға тәҡдим итәбеҙ”, – тине ул. *** Осрашыу “һорау-яуап” форматында дауам итте. Мәҫәл

Бөгөн, 22 июлдә, БР Башлығы Радий Хәбиров “Патриот” хәрби-патриотик паркында “Башҡортостан геройҙары”ның финалсылары менән осрашты. Республиканың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн әҙерләнгән кадрҙар проектына Рәсәйҙең 40 төбәгенән 2 меңдән ашыу хәрби ғариза биргән. Уларҙың 70-е финалға үтте. 21 июлдә дүрт белем биреү модуленең беренсеһе старт алды. Бер йылға иҫәпләнгән программаға шулай уҡ модуль-ара уҡыу һәм практик стажировкалар инә. Уны Президент академияһының Юғары идара итеү мәктәбе менән берлектә тормошҡа ашыралар. «Башҡортостан геройҙары» программаһы финалсыларын сәләмләп, Радий Хәбиров уларға Ватан мәнфәғәтенә хеҙмәт иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте, уңышлы уҡыуҙарын, яңы идеялар һәм ҡаҙаныштар теләне. “Һеҙгә Башҡортостандың үҫеше, идара итеү эшмәкәрлеге нигеҙҙәре тураһында киң белем бирергә иҫәп тотабыҙ. Һәм уҡығандан һуң һеҙҙе, үҙегеҙҙең фекерҙе иҫәпкә алып, төрлө кимәлдәге етәксе вазифаларға тәҡдим итәбеҙ”, – тине ул. *** Осрашыу “һорау-яуап” форматында дауам итте. Мәҫәлән, Радий Хәбиров һәләк булған МХО яугирҙәре иҫтәлегенә Өфөлә мемориал төҙөргә ниәтләүҙәре хаҡында хәбәр итте. Бындай обелиск һәм аллеялар республиканың һәр район-ҡалаһында барлыҡҡа киләсәк. Осрашыуҙа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар өсөн психологик ярҙам үҙәге булдырыу тураһында тәҡдим яңғыраны. Радий Хәбиров был фекерҙе ҡеүәтләне. *** Республика етәксеһе МХО-ла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың ҙур компанияларына эшкә урынлаштырыу, үҫтереү тураһындағы идея менән дә килеште. *** Осрашыу барышында “Патриот” паркын үҫтереү мәсьәләһе лә ҡаралды. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың береһе бында һауа-десант уҡыу комплексын булдырырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров был фекерҙе хупланы. Республика етәксеһе быға тиклем ошондай майҙансыҡ булдырыу тураһында уйланғанын һәм паркта бындай объекттарҙы урынлаштырыу өсөн бөтә мөмкинлектәр барлығын билдәләне. *** Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов республика етәксеһенә МХО-лағы офицерҙарҙың береһенә «Башҡортостан геройҙары» проектын ойоштороусыларға Рәхмәт хаты тапшырҙы. *** – Компетенцияларҙы арттырыу, яңы белем, идара итергә өйрәнеү – беҙ егеттәргә шуларҙы бирәбеҙ. Ә уҡыуҙан һуң етәкселәр – ысын илһөйәрҙәр, яугирҙәр, көслө характерлы кешеләрҙе алырбыҙ, һәм уларҙы республиканың идара итеү командаһына индерә башларбыҙ. Федераль органдарға, ҙур компанияларға ла тәҡдим итербеҙ. Шуға күрә беҙҙең кадрҙар программаһының бик сифатлы булыуы мөһим. Бының өсөн бөтә шарттарҙы булдырырбыҙ. Проект даими эшләргә тейеш. Был йәһәттән ҙур эш көтөлә. Ә унда ҡатнашыу өсөн ғариза биреүселәр, республика өсөн файҙалы булырға теләк белдереүселәр беҙҙең иғтибарҙан яҙмаҫ. Егеттәргә Башҡортостанда эшмәкәрлек алып барырға ярҙам итербеҙ, – тине Радий Хәбиров. Сығанаҡ: glavarb.ru