Ҡамыр өсөн:200 г магазин ҡаймағы 300-400 мл кефир (йә әсегән һөт)1 балғалаҡ сода0,5 балғалаҡ тоҙ1 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы көнбағыш майыонЭслек өсөн: емеш-еләк (еләк, ҡарағат, сейә һ.б.) – 400-500 г шәкәр (тәм буйынса) – 5-6 аш ҡалағы аҡ май, йә ауыл ҡаймағы (2-3 аш ҡалағы)Әҙерләү:1. Ҡаймаҡ, кефир, шәкәр һәм үҫемлек майын бергә ҡушып туғығыҙ. Самалап тоҙ ҡушығыҙ. Ондо иләк аша үткәреп, сода ҡушып болғатығыҙ. Шыйыҡ массаға өҫтәй барып, йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ, 20-25 минутлап ял бирегеҙ.2. Ҡамырҙы икегә бүлегеҙ. Һәр өлөштө уртаса ҡалынлыҡта йәйегеҙ. Беренсе йәймәне иркен табаға һалығыҙ. Өҫтөнә шәкәр ҡушылған еләкте тигеҙләп сығығыҙ. Еләк өҫтөнә май киҫәктәре, йә ауыл ҡаймағы һалырға онотмағыҙ. Эслекте ҡамырҙың икенсе өлөшө менән ҡаплап, ситтәрен матур итеп тоташтырығыҙ. Теләһәгеҙ, бәлештең өҫтөн йомортҡа һарыһы менән һылағыҙ.3. Еләк бәлешен 180°C градусҡаса ҡыҙған мейестә 30-40 минут бешерегеҙ. Әҙер бәлеште таҫтамал менән ҡаплағыҙ. Бер аҙ һыуынғанын көтөп алһағыҙ, эсендәге һуты яҡшылап