Ялдарҙа Ишембай районында ҡот осҡос авария булды: биш йәш кеше ултырған автомобиль түңкәрелде. Һөҙөмтәлә икәүһенең ғүмере өҙөлдө, ҡалғандары ауыр йәрәхәттәр алды. “КП-Өфө” баҫмаһы уларҙың кемлеген асыҡлаған. Шәмбе төндә биш йәш кеше райондың Васильевка ауылында осраша. Уларҙың иң өлкәненә – 23, ә бәләкәйенә 16 ғына йәш була. Йәштәр клубҡа бара, ләкин ул ябыҡ булып сыға. Улар күрше ауыл клубына барырға ҡарар итә, тик уныһы ла бикле булып сыға. Шул саҡта йәштәр Маҡар ауылы янына барырға ҡарар итә. Бында йәштәр йөрөргә яратҡан ҡарау майҙансығына юллана улар. Баҫма хәбәр итеүенсә, улар иҫерткес эсемләктәр ала һәм 23 йәшлек водитель идара иткән “Опель Астра”ға ултырып юлға сыға. Әйткәндәй, юл әллә ни оҙон да булмай, бер нисә минутта барып етерлек, ләкин фажиғә өсөн ул да етә... Авария Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск трассаһының 52-се километрында була. Шәп китеп барған рулдәге егет идараны юғалта һәм машина юлдан ситкә осоп, бер нисә тапҡыр түңкәрелә. 16 йәшлек ҡыҙ урында йән бирә. Таб