Ғаилә “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булды Башҡортостан Башлығы ошо көндәрҙә республиканың дүрт ғаиләһен “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы менән наградлау тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Ошо маҡтауға лайыҡ ғаиләләр араһында Туймазынан Зөлфиә һәм Марат Дәүләтовтар ғаиләһе лә бар. Наградаларҙы 11 июлдә Бөрө ҡалаһында “Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө”нә арналған республика фестивалендә тапшырасаҡтар. Зөлфиә – Өфө ҡыҙы. Бала сағында каникул ваҡытында Балтай ауылына ҡунаҡҡа килергә ярата. Күңелсәк, аралашыусан туғыҙ йәшлек ҡыҙ һәр һүҙен уйлап һөйләүсән, аҡыллы 11 йәшлек Марат менән танышып, дуҫлашып китә, бергәләп уйнайҙар. Яҙмыш уларҙы бер нисә йылға айырһа ла, йәштәрҙең дуҫлығы өҙөлмәй. Зөлфиә Хабаровск ҡалаһына эшкә китә, ә егет – хәрби хеҙмәткә. Йәштәр 1990 йылда өйләнешеп, Мараттың ата-әсәһе менән бергә Балтайҙа йәшәй башлай. Бер-бер артлы балалар донъяға килә: Лидия, Илфат, игеҙәктәр Илшат һәм Ришат. Марат Низаметдин улы мәктәптә уҡыта, Зөлфиә Шамил ҡыҙы колхозда, почтала, магазинд