Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

Бөгөн сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге

Бөгөн сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл, Иҫке Собханғол, Байғаҙы һәм Кейекбай ауыл биләмәләрендә төҙөкләндереү эштәре, “Таҙалыҡ көндәре” экологик акцияһының барышы, “Инцидент-менеджмент” системаһы эшенә бәйле һорауҙар ҡаралды. Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин үткән аҙнала районда хәлдең тотороҡло булыуын билдәләне. Шулай ҙа ул райондаштарға хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә һәм уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡырҙы: - Район халҡынан йәнә бер тапҡыр көнкүрештә, һыу объекттарында һәм урмандарҙа хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәүҙәрен һорайым. ✅Талпандарға бәйле хәл актуаль булып тора. Миҙгел башынан үҙәк район дауаханаһына талпан ҡаҙалыуы буйынса 76 кеше мөрәжәғәт иткән, шул иҫәптән 26 бала. Үткән аҙнала ағыулы йылан сағыуҙың да 1 осрағы теркәлгән. Һаҡ булығыҙ! ✅Ауыл биләмәләрендә барған төҙөкләндереү эштәренә килгәндә, таҙалыҡ һәм тәртип мәсьәләһенә йәнә бер туҡталабыҙ. Һәр ойо

Бөгөн сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл, Иҫке Собханғол, Байғаҙы һәм Кейекбай ауыл биләмәләрендә төҙөкләндереү эштәре, “Таҙалыҡ көндәре” экологик акцияһының барышы, “Инцидент-менеджмент” системаһы эшенә бәйле һорауҙар ҡаралды.

Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин үткән аҙнала районда хәлдең тотороҡло булыуын билдәләне. Шулай ҙа ул райондаштарға хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә һәм уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡырҙы:

- Район халҡынан йәнә бер тапҡыр көнкүрештә, һыу объекттарында һәм урмандарҙа хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәүҙәрен һорайым.

✅Талпандарға бәйле хәл актуаль булып тора. Миҙгел башынан үҙәк район дауаханаһына талпан ҡаҙалыуы буйынса 76 кеше мөрәжәғәт иткән, шул иҫәптән 26 бала. Үткән аҙнала ағыулы йылан сағыуҙың да 1 осрағы теркәлгән. Һаҡ булығыҙ!

✅Ауыл биләмәләрендә барған төҙөкләндереү эштәренә килгәндә, таҙалыҡ һәм тәртип мәсьәләһенә йәнә бер туҡталабыҙ. Һәр ойошма, шәхси хужалыҡ үҙҙәренең биләмәләрен таҙалыҡта һәм тәртиптә тотҡанда ғына был эш ыңғай барасаҡ. Тәртип һәр кешенең үҙенән башлана. Эргә-тирәләге ҡый үләндере сабылырға тейеш. Шулай уҡ урмандарға, юл ситтәренә, ауыл урамдарына сүп-сар ташларға ярамай.

✅Көндәр кире йылыныу менән барыһы ла һыу инергә ашыға. Һыуҙа ял итеү хәүефһеҙ үтһен өсөн һыу инеү ҡағиҙәләре мотлаҡ үтәлергә тейеш. Рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инергә мөмкин. Балаларҙы һыу инергә үҙҙәрен генә ебәрмәгеҙ, һыу эргәһендә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы бәлә-ҡазаларҙан һаҡлағыҙ!

Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем!".

https://vk.com/wall-13580677_115043