Барыһына ла мәғлүм булыуынса, башҡорттар ислам динен тотһа, урыҫтар - христиан динен. Шулай ҙа был хәл халыҡҡа бик яҡшы аралашырға ҡамасауламаған, күрше ауылдар дуҫ-татыу, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәгәндәр, бер-береһенә йөрөшкәндәр.
Был хәл һуғыштан һуңғы ҡытлыҡ осоронда булған. Әле ныҡлап наҡыҫ замандан арынып, көс-хәл алып өлгөрмәгән кешеләр, күп саҡта аслы-туҡлы көн иткәндәр. Шулай ҙа Телмәй ауылында күмер яндырыу мейестәренең булыуы был ауыл кешеләренә йәшәү шарттарын еңеләйткән. Беҙҙең Манышты ауылынан да унда йөрөп эшләгәндәр, шуға ла ауылдаштар руссалап аруҡ һупалағандар.
Бер көндө Манышты ауылы егете Ишмәй үҙенең дуҫы менән Телмәй ауылына барғандар. Ишмәй холҡо яғынан баҫалҡы, итәғәтле, тәрбиәле генә, уйлап ҡына һөйләүсән, аҡыллы булыуы йөҙөнә сыҡҡан, гел генә түбәтәй кейеп йөрөүен иҫәпкә алғанда, торғаны менән мулла инде.
Телмәй ауылында шул мәлдә бер христиан кешеһе мәрхүм булған икән һәм уны ерләргә кәрәк булған. Ауылда христианса доға уҡып, мәйетте тәрбиләп ҡуйыусы булм