Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан геройҙары” проекты тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн булдырылған кадр проектында киләһе уҡытыу этабы башлана. Ул был эшкә Хөкүмәт ағзаларына әүҙем ҡушылырға һәм остаз булараҡ уларҙың уҡыуында ҡатнашырға ҡушты. “Башҡортостан геройҙары” республика кадрҙар программаһында ике меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Илдәге башҡа ошоноң ише төбәк программалары менән сағыштырғанда, был - бик ҙур һан. Проектта республиканан тыш, тағы ла 40 төбәктән кеше ҡатнаша, тине Башҡортостан Башлығы. Тест этаптары йомғаҡтары буйынса программала ҡатнашыусы 70 кеше һайлап алынған. Июлдә улар уҡый башлаясаҡ. "70 ҡатнашыусының һәр береһенә остаз беркетелде. Улар араһында Хөкүмәт ағзалары ла бар. Мин үҙем - Оскар Ситдиҡовтың остазы. Күреүегеҙсә, ул беҙҙең сараларҙа даими ҡатнаша. Шуға күрә программала ҡатнашыусылар эшләргә теләгән тармаҡтарға үҙ тәрбиәләнеүселәрегеҙҙе индерегеҙ һәм улар менән эш алып барыуығыҙҙы һорайым