Башҡортостанда төбәк предприятиелары белгестәренең сәнәғәт диспансеризацияһын дауам итәләр. Башланғыстың төп маҡсаты – эш урындарында медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген тәьмин итеү. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. – Диспансеризация сиктәрендә өлкәндәргә профилактик һәм периодик медицина тикшереүе, шулай уҡ предприятиеларҙа диспансер күҙәтеүе үткәрәбеҙ, – тине Айрат Рәхмәтуллин. Бындай тикшереүҙәрҙе киңәйтеү өсөн төбәктә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған алты күсмә медицина комплексы һатып алынған. 2024 йылда Өфөлә 13-сө ҡала клиник дауаханаһы базаһында Сәнәғәт медицинаһы үҙәге булдырыла. Уның структураһына медицина профилактикаһы, терапия бүлексәләре, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау пункттары инә. Ярҙамсы хеҙмәттәр ҙә бар – нур диагностикаһы, функциональ һәм эндоскопия бүлексәләре. Тикшереүҙәрҙе бөтә профилле табиптар үткәрә. – Сәнәғәт медицинаһы үҙәге эшләүсе халыҡта ауырыуҙарҙы иртә асыҡлауҙың һөҙөмтәле ҡоралы б