Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Балалар өйҙәрендә тәрбиәләнһен өсөн

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республикала балалар социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларын яңыртыуҙы тикшерҙеләр. Республикала ауыр тормош хәлендә ҡалған бәлиғ булмағандарҙы һәм балалы ғаиләләрҙе реабилитациялау мәсьәләләре менән йәмғеһе 28 учреждение шөғөлләнә. Улар – приюттар, етем балалар өсөн ойошмалар, “Ғаилә” үҙәктәре. Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда традицион стационар эш формаларынан инновацион методикаларға күсәләр. Улар иҫәбендә – приюттарҙа койка-урындарҙы ҡыҫҡартыу һәм уларҙың базаһында коррекция-үҫеш эштәре бүлектәрен асыу. Башҡортостанда уларҙың һаны 12. Социаль хеҙмәтләндереү балалар учреждениеларын яңыртыу һөҙөмтәһендә социаль приюттарға урынлаштырылған балалар һаны кәмей, ғаиләләргә ҡайтарылған балалар һаны арта. – Балалар ғаиләлә йәшәргә һәм тәрбиәләнергә тейеш – был беҙҙең дөйөм милли бурыс, уны ике юл менән хәл итәбеҙ, – тине министр. – Беренсенән, был үҙ ата-әсәләре

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республикала балалар социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларын яңыртыуҙы тикшерҙеләр. Республикала ауыр тормош хәлендә ҡалған бәлиғ булмағандарҙы һәм балалы ғаиләләрҙе реабилитациялау мәсьәләләре менән йәмғеһе 28 учреждение шөғөлләнә. Улар – приюттар, етем балалар өсөн ойошмалар, “Ғаилә” үҙәктәре. Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда традицион стационар эш формаларынан инновацион методикаларға күсәләр. Улар иҫәбендә – приюттарҙа койка-урындарҙы ҡыҫҡартыу һәм уларҙың базаһында коррекция-үҫеш эштәре бүлектәрен асыу. Башҡортостанда уларҙың һаны 12. Социаль хеҙмәтләндереү балалар учреждениеларын яңыртыу һөҙөмтәһендә социаль приюттарға урынлаштырылған балалар һаны кәмей, ғаиләләргә ҡайтарылған балалар һаны арта. – Балалар ғаиләлә йәшәргә һәм тәрбиәләнергә тейеш – был беҙҙең дөйөм милли бурыс, уны ике юл менән хәл итәбеҙ, – тине министр. – Беренсенән, был үҙ ата-әсәләре менән иҫкәртеү эше, уларға ауыр тормош хәлдәрен еңеп сығырға ярҙам итеү, шул уҡ ваҡытта балаларҙан айырылмау. Икенсе йүнәлеш – балаларҙы етемдәр учреждениеһына түгел, ә приюттарҙан үҙ ғаиләләренә ҡайтарыу буйынса эш. Йыл һайын 8 меңдән ашыу ғаиләне социаль оҙатыу менән тәьмин итәбеҙ. Реформалау етем балалар өсөн учреждениеларға ла ҡағыла. Мәҫәлән, 2025 йылдың ғинуарынан Өфөнөң ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге 40 урынлыҡ койка фонды булған стационар учреждениенан ярым стационар хеҙмәтләндереү формаһындағы учреждениеға үҙгәртелә. – Әле бында Сибай, Нуриман, Иглин, Благовар, Шишмә, Өфө һәм Хәйбулла райондарын үҙ эсенә алған пилот проекты принцибы буйынса эшләйҙәр. Был – алмаштырыусы ғаиләләрҙе оҙатыу, ата-әсәлек хоҡуҡтары сикләнгән ғаиләләргә ярҙам итеү, етем балаларҙы интернаттан һуң оҙатыу, – тип билдәләне Ленара Иванова. – Киләсәктә беҙ бөтә республиканы ошондай үҙәктәр менән тәьмин итә аласаҡбыҙ. 2026 йылға Бала йортонда көндөҙгө һәм ҡыҫҡа ваҡытҡа йәшәү төркөмөн, Илеш районы приютында балалы ата-әсәләргә ярҙам бүлеген асыу, шулай уҡ Хәйбулла һәм Дыуан райондарында аҙ тултырылған приюттарҙы оло йәштәгеләргә һәм инвалидтарға социаль хеҙмәтләндереү бүлексәләренә үҙгәртеп ҡороу планлаштырыла. Башҡортостан Башлығы балалар социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларын яңыртыу барышын ыңғай баһаланы. – Уйланылған эш, билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыу мөһим, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.