Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Радий Хәбиров үҙе контролдә тотасаҡ

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеге тикшерелде. Эшмәкәрлек барышы тураһындағы доклад менән йәмғиәттең директоры Таһир Бәхтегәрәев сығыш яһаны. Әлеге ваҡытта предприятие уларға бирелгән федераль лицензияға ярашлы геологик разведкалау эштәрен алып бара. Уларҙың барышын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шәхси контроленә алды. – Беҙ был проектты компания етәкселеге менән бер нисә тапҡыр осрашып тикшерҙек. Үҙ вәкәләттәрем сиктәрендә предприятиеның килешеүҙәргә нисек үтәүен шәхсән күҙәтәсәкмен. Мин сәнәғәт министрлығына социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында ҙур килешеү әҙерләргә ҡуштым, – тине Радий Хәбиров.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостанда резидентлыҡҡа теркәлеүҙе башланы һәм Әбйәлил районында офис асты. Компания төрлө кимәлдәге бюджеттарға йыл һайын 1,5 миллиард һалым түләйәсәк, шул иҫәптән район бюджетына 250 миллион һум. Предприятие Әбйәлил районының Салауат участкаһында баҡ

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеге тикшерелде. Эшмәкәрлек барышы тураһындағы доклад менән йәмғиәттең директоры Таһир Бәхтегәрәев сығыш яһаны. Әлеге ваҡытта предприятие уларға бирелгән федераль лицензияға ярашлы геологик разведкалау эштәрен алып бара. Уларҙың барышын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шәхси контроленә алды. – Беҙ был проектты компания етәкселеге менән бер нисә тапҡыр осрашып тикшерҙек. Үҙ вәкәләттәрем сиктәрендә предприятиеның килешеүҙәргә нисек үтәүен шәхсән күҙәтәсәкмен. Мин сәнәғәт министрлығына социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында ҙур килешеү әҙерләргә ҡуштым, – тине Радий Хәбиров.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостанда резидентлыҡҡа теркәлеүҙе башланы һәм Әбйәлил районында офис асты. Компания төрлө кимәлдәге бюджеттарға йыл һайын 1,5 миллиард һалым түләйәсәк, шул иҫәптән район бюджетына 250 миллион һум. Предприятие Әбйәлил районының Салауат участкаһында баҡыр мәғдәндәрен геология буйынса өйрәнеү, разведкалау һәм сығарыу буйынса федераль лицензияға эйә. Бөгөнгө көндә компания участканы геологик разведкалау менән шөғөлләнә. Әгәр баҡыр мәғдәне запастары раҫланһа, 2029 йылға бында яңы тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөләсәк. Яңы тау-байыҡтырыу комбинаты Силәбе өлкәһендәге Томинск тау-байыҡтырыу комбинаты өлгөһөндә төҙөләсәк тип күҙаллана. Ул – илдәге иң заманса һәм экологик предприятиеларҙың береһе. Таһир Бәхтегәрәев белдереүенсә, предприятиела 1500 кеше эшләйәсәк. Өҫтөнлөк урындағы халыҡҡа биреләсәк. 40 кеше ғариза биргән һәм әлегә компанияның башҡа предприятиеларында эшләй. Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына колледждар эшен үҙгәртеп ҡорорға һәм бөгөндән предприятие өсөн кадрҙар әҙерләй башларға ҡушты. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.