Ҡыйынлыҡтарға һынмаған, ауырлыҡтарға зарланмаған ир-егеттәр һәр ҡайһыбыҙҙа ла һоҡланыу, ғорурланыу уята. Ундайҙар ауыр саҡта иленең дә ҡалҡанына әүерелә. Бөгөнгө геройым, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Арматура” позывнойлы яугир Учалы районының бәләкәй генә Буранғол ауылынан. Ул 31-се “Башҡортостан” полкында хеҙмәт итә. Үҙенә 23 йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, ундағы ныҡлыҡҡа, ихтыяр көсөнә ғәжәп итерлек. Әйткәндәй, был ауылдан ете егет махсус хәрби операцияға юлланған. “Арматура” бала сағынан спорт менән шөғөлләнеп, физик яҡтан көслө булып үҫә. Саңғыла ла уҙыша, еңел атлетика менән дә шөғөлләнә, ярыштарҙа ла ҡатнаша. Ваҡыты еткәс, һалдат бурысын үтәргә армияға юллана. Махсус хәрби операция башланғас, ситтә тороп ҡала алмай, 2023 йылдың июнендә үҙ ирке менән контракт буйынса хәрби хеҙмәткә юллана. – Бала саҡтан үҙ илемдең патриоты булып үҫтем. Минең махсус хәрби операцияға барырға тигән ҡарарымды яҡындарым, атай-әсәйем дә аңлап, ғорурлыҡ менән ҡабул итте. Улар яғынан һәр ваҡыт т