Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Еләк йәки сейә менән бешерергә була

Арабыҙҙа аш-һыуға оҫта гүзәл заттар шул тиклем күп. Уларҙың береһе Бүздәк районының Ахун ауылынан Гөлназ Хәмәтшина “Башҡортостан” гәзите уҡыусылары менән еләкле бәлеш рецебы менән уртаҡлашты. Был тәмлекәсте бешереү өсөн 3 йомортҡа, 200 грамм аҡ май, 150 грамм шәкәр ҡомо, 250 грамм он, 10 грамм йомшартҡыс (разрыхлитель), 300 грамм магазин ҡаймағы кәрәк, 400-500 грамм еләк йәки ҡурай еләге, сейә алырға мөмкин. – Майҙы йомшартып, 100 грамм шәкәр менән бутайһың, өс йомортҡа һалаһың, онға йомшартҡысты ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫаһың, керамик һауытҡа яйлап ҡул менән йәйәһең. Уның өҫтөнә еләк һалып, мейескә 150-160 градусҡа 40 минутҡа бешерергә ҡуяһың. Бешеп сығыуға ҡаймаҡҡа 50 грамм шәкәр ҡомо һалып, бутап, талғын утта иретәһең, ләкин ҡайнатмайһың. Бәлеш әҙер булғас, өҫтөнә һалаһың. Аштарығыҙ тәмле булһын! – ти Гөлназ Фаяз ҡыҙы. Фото: аш-һыу оҫтаһыныҡы.