Башҡортостан етәкселеге балаларҙың йәйге ялын яҡшы итеп ойоштороуға һәр ваҡыт етди иғтибар бүлә. Мәҫәлән, быйыл да малай һәм ҡыҙҙар яңы уҡыу йылын күтәренке кәйефтә башлаһын өсөн бихисап уй-маҡсаттар тормошҡа ашырыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, һәр бала каникулын файҙалы уҙғарһын өсөн беҙҙә һәр яҡлап та шарттар ҙа тыуҙырылған. Йәйге һауыҡтырыу компанияһы осоронда хәүефһеҙлек мәсьәләһенә айырым иғтибар итеү зарур, һәр кем өйөнә һау-сәләмәт ҡайтырға тейеш. Ысынлап та, Башҡортостанда лагерҙарҙың беренсе сменаһы тамамланды, әле сираттағыһы үҙ эшен башланы. Әлбиттә, унда махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарҙың балалары ял итә, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан да беҙгә килделәр. Мәғрифәтсе Мәрйәм Бураҡаеваның башланғысы менән ойошторолған Башҡортостандың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса профиль лагерҙары эшләй. Беҙгә иһә Сөләймән ауылында (халыҡ телендә – Алабайтал) урынлашҡан лагерҙың эше менән танышыу бәхете тәтене. – Башҡортостандың тарихын һәм