Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йылайырҙар "Бесән туйы"на йыйылды

Был хаҡта Йылайыр район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған. "Таллыҡ яланында матур сараға - "Бесән туйы"на йыйылдыҡ. Борондан килгән йолаларыбыҙҙы иҫләп, берләшеп, бер-беребеҙҙе ҡеүәтләп йәшәйек. Иң мөһиме, тыуған ереңде яратырға, уны һаҡларға, тәрбиәле итеп тоторға кәрәк.Беҙгә ҙур мөмкинселек бирелгән: йыйылып аралашырға, бесән эшләргә, бесәндең еҫен белергә.Беҙгә бирелгән байлыҡтың ҡәҙерен белеп, бер беребеҙгә ҡыуанып йәшәмәһәк, беҙҙең көс тә булмаҫ ине.Хәҙер бесән бешеп еткән ваҡыт. Йыл да бесән мул булыуын теләйем.Илебеҙгә тыныслыҡ килһен. Егеттәребеҙ ил һағынан иҫән-һау ҡайтһындар. Беҙҙең ошолай берҙәмлек саралары үткәрә алыуҙа уларҙың өлөшө ҙур. Аралашып, ял итеп, еребеҙҙән көс-ҡеүәт алып ҡайтығыҙ", - тигән ул. Сараны ойоштороусыларҙың береһе, Ҡашҡар ауыл хакимиәте башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы "Бесән туйы"ның маҡсаттары тураһында бына нимә ти: "Беҙҙең тәбиғәт-илаһи тәбиғәт. Беҙҙең ата-бабалар борон-борондан шундай матур ерҙә урынлашҡандар. Ошо

Был хаҡта Йылайыр район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған. "Таллыҡ яланында матур сараға - "Бесән туйы"на йыйылдыҡ. Борондан килгән йолаларыбыҙҙы иҫләп, берләшеп, бер-беребеҙҙе ҡеүәтләп йәшәйек. Иң мөһиме, тыуған ереңде яратырға, уны һаҡларға, тәрбиәле итеп тоторға кәрәк.Беҙгә ҙур мөмкинселек бирелгән: йыйылып аралашырға, бесән эшләргә, бесәндең еҫен белергә.Беҙгә бирелгән байлыҡтың ҡәҙерен белеп, бер беребеҙгә ҡыуанып йәшәмәһәк, беҙҙең көс тә булмаҫ ине.Хәҙер бесән бешеп еткән ваҡыт. Йыл да бесән мул булыуын теләйем.Илебеҙгә тыныслыҡ килһен. Егеттәребеҙ ил һағынан иҫән-һау ҡайтһындар. Беҙҙең ошолай берҙәмлек саралары үткәрә алыуҙа уларҙың өлөшө ҙур. Аралашып, ял итеп, еребеҙҙән көс-ҡеүәт алып ҡайтығыҙ", - тигән ул. Сараны ойоштороусыларҙың береһе, Ҡашҡар ауыл хакимиәте башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы "Бесән туйы"ның маҡсаттары тураһында бына нимә ти: "Беҙҙең тәбиғәт-илаһи тәбиғәт. Беҙҙең ата-бабалар борон-борондан шундай матур ерҙә урынлашҡандар. Ошо ерҙәрҙең ҡәҙерен белеп, ошо ерҙәрҙе ҡурсалап, өйрәнеп, Ер-әсәнең рөхсәтен алып, эш башлау- бөгөнгө көндөң маҡсаты.Беҙ боронғо матур йолаларыбыҙҙы онотҡанбыҙ. Элек кешенең күңеле киң булған, эште лә рәхәтләнеп, күңел биреп эшләгән. Бына ошоларҙы иҫкә төшөрөп алыу. Беҙҙең бар нимәгә табынып йәшәргә, беҙҙең бар йүнәлеш ала торған ерҙәребеҙ, шуға беҙ шундай матур байрамды уҙғарабыҙ.Икенсе максаты. Бөгөнгө көндә кеше бесән сабыуҙы техника менән эшләй. Заман башҡа-заң башҡа. Шул ваҡытты иҫкә төшөрөп, һағынып йәшәгән кеше күп. Унда кеше атай-әсәйле, үҫмер сағы...Барыһы ла бергә бәйләнеп килә. Шул һағышты ла бер баҫырға беҙ ошо байрамды ойошторорға булдыҡ". Бәйгелә иң оло ҡатнашыусы 82 йәшлек Сәғирә Солтанова булған. Сығанаҡ: Йылайыр районн хакимиәте сайтынан