Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мәләүез комбинаты Рәсәйҙә беренселәрҙән балалар ризығы әҙерләй башлай

Төбәк етәксеһе инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты. Предприятие һөт эшкәртеүгә, ҡоро һәм тотош һөт продукцияһы сығарыуға махсуслаша. Бында 400-ҙән ашыу кеше эшләй. Комбинаттың генераль директоры Лариса Малахова хәбәр итеүенсә, 2024 йылда ММК оҙатылған продукция күләмен өстән бер өлөшкә арттыра. 2025 йылда ла ыңғай динамика күҙәтелә. 2021 йылдың майында «Инвестиция сәғәте»нә хупланған инвестиция проекты комбинаттың майҙансығында ҡоро яраҡлаштырылған һөт ҡатнашмалары һәм балалар ризыҡтары өсөн һөт компоненттары етештереү буйынса заманса цех төҙөүҙе күҙ уңында тота. Етештереү ҡеүәте йылына 10 мең тонна тәшкил итәсәк. Инвестициялар күләме - 1,5 миллиард һумдан ашыу. Радий Хәбиров предприятиеның етештереү участкаларын ҡараны һәм сығарылған продукция ассортименты менән танышты. Лариса Малахова республика етәкселегенә комбинатты үҫтереүгә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан Башлығы аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн яңы технологик комплексты сафҡа индер

Төбәк етәксеһе инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты. Предприятие һөт эшкәртеүгә, ҡоро һәм тотош һөт продукцияһы сығарыуға махсуслаша. Бында 400-ҙән ашыу кеше эшләй. Комбинаттың генераль директоры Лариса Малахова хәбәр итеүенсә, 2024 йылда ММК оҙатылған продукция күләмен өстән бер өлөшкә арттыра. 2025 йылда ла ыңғай динамика күҙәтелә. 2021 йылдың майында «Инвестиция сәғәте»нә хупланған инвестиция проекты комбинаттың майҙансығында ҡоро яраҡлаштырылған һөт ҡатнашмалары һәм балалар ризыҡтары өсөн һөт компоненттары етештереү буйынса заманса цех төҙөүҙе күҙ уңында тота. Етештереү ҡеүәте йылына 10 мең тонна тәшкил итәсәк. Инвестициялар күләме - 1,5 миллиард һумдан ашыу. Радий Хәбиров предприятиеның етештереү участкаларын ҡараны һәм сығарылған продукция ассортименты менән танышты. Лариса Малахова республика етәкселегенә комбинатты үҫтереүгә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан Башлығы аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн яңы технологик комплексты сафҡа индереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. - Балалар өсөн ҡоро һөт етештереү буйынса проект - илебеҙ өсөн уникаль. Рәсәйҙә бындай продукция әлегә сығарылмай, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Беренсе этапта комбинат балалар өсөн һөт ризыҡтары компоненттары әҙерләйәсәк, ә киләсәктә әҙер ҡатнашмаларҙың киң ассортиментын етештерәсәк. Сығанаҡ: glavarb.ru