Евразия ғилми-белем биреү үҙәге Өфө вуз-ара кампусының Геном үҙәгендә “Мультиформатлыҡ осоронда киң мәғлүмәт саралары” тип исемләнгән төбәк-ара киң мәғлүмәт саралары конференцияһы булды. Сараны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ, “РБК-Өфө” медиахолдингы Рәсәйҙең Журналистар союзы һәм Телерадиотапшырыуҙар милли ассоциацияһы булышлығында үткәрҙе. Конференция ваҡытында киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен дә ҡотланылар. Улар араһында “Башҡортостан” гәзитенең мәҙәниәт бүлеге мөдире Рәүилә Ғатауллина ла бар ине. Уға Башҡортостан Хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһы тапшырылды. Уның республика матбуғатына тоғро хеҙмәт итеүенә - 27 йыл. Рәүилә Сулпан ҡыҙын был наградаһы менән ҡотлайбыҙ. Хеҙмәттәшебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, бәхет, ғаилә именлеге һәм тағы ла уңыштар теләйбеҙ.