Учреждение етәксеһе Зөлфирә Маскулова 50 кеше йәшәүгә тәғәйенләнгән бинаны "Демография" милли проекты ярҙамында төҙөү һәм йыһазландырыу тураһында һөйләне. Үҙәк быйыл яҙ асылды. Бынан тыш, “Именлек”тең структур подразделениелары бар – Шишмә районында оло йәштәге граждандарға һәм инвалидтарға стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлеге Һәм Өфөнөң Орджоникидзе районында көндөҙгө ял бүлеге. Ҡунаҡтар үҙәктә йәшәүселәр менән дә аралашты. Улар хеҙмәткәрҙәрҙең хәстәрлеге, иғтибарына, уңайлы йәшәү шарттарына рәхмәт әйтте. Министрға үҙәк нигеҙендә пилот режимында асылған “Социаль такси” хеҙмәте эше тураһында ла һөйләнеләр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, инвалид балаларға һәм беренсе төркөм инвалидлыҡтары булған өлкәндәргә ай дауамында Өфө буйлап дүрт тапҡыр һәр ҡайһыһы ике сәғәтлек бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова республикала социаль сәйәсәттең төп йүнәлештәрен тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән оло йәштәге граждандарға һәм инвалидт
Антон Котяков "Именлек" үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты
4 июля 20254 июл 2025
1 мин