Синоптиктарҙың фаразынса, киләһе аҙнала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә. Гисметео мәғлүмәттәре буйынса, Дүшәмбе, 7 июль, төндә һауа температураһы +12, көндөҙ +22 градусҡаса етә. Яуым-төшөм көтөлмәй, ҡояшлы. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, талғын. Шишәмбе, 8 июль, яуым-төшөмлө, күк күкрәп ямғыр яуа. Төндә +14 градус, көндөҙ +24 градус. Ел көнбайыштан, ваҡыты менән көслө. Шаршамбы, 9 июль, тәүлек әйләнәһенә ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан. Һауа температураһы төндә +17, көндөҙ +25 градус. Кесаҙна, 10 июль, йәшенләп ямғыр яуа, ти синоптиктар. Һауа температураһы тәүлек буйына +17...+27 градус. Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын. Йома, 11 июль, болотло, яуым-төшөмлө. Төндә +19, көндөҙ +27 градус. Ел көнбайыштан. Икенсе ялдарҙа республикаға, ниһайәт, ҡоро һәм ҡояшлы көндәр килә. Шәмбе, 12 июль, йәкшәмбе, 13 июль, төндә +18 градус, көндөҙ +24 градусҡаса йылыта. Һиҙелер-һиҙелмәҫ ел иҫә. Автор фотоһы.