Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Темәс ауыл мәҙәниәт йортонда ”Атайсал”,”Ағинәй”клубы, “Ғилмияза” фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы, мәғариф ветераны Гөлнара Кәрим ҡыҙы

Темәс ауыл мәҙәниәт йортонда ”Атайсал”,”Ағинәй”клубы, “Ғилмияза” фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы, мәғариф ветераны Гөлнара Кәрим ҡыҙы Ҡотлоғәләмованың “Күңелем миҙгелдәре” китабының исем туйы үткәрелде Ижад кисәһенә Өфө,Сибай,Баймаҡтан туғандары,мәғариф, мәҙәниәт, йәмәғәт вәкилдәре, Гөлнара Кәрим ҡыҙын яҡындан белгән фекерҙәштәре, дуҫтары, туғандары,балалары, ҡунаҡтар ҡатнашты. Гөлнара Кәрим ҡыҙының был китабыны нәшер ителеүе уның өсөн генә түгел , беҙҙең өсөн, ауылдаштары, дуҫтары өсөн дә ҙур һөйөнөс булды! Был йыйынтыҡҡа “Күңелем миҙгелдәре” китабында яҡын шиғырҙары ингән, инмәй ҡалғандары ла байтаҡ ҡына. Тыуған ер, тәбиғәт, мөхәббәт, сәйәсәт һәм тормошҡа арналған шиғырҙар тупланған унда. Тамашасылар Гөлнара Кәрим ҡыҙының бер шәлкем шиғырҙарын тыңлап, ләззәтле тойғоларға сумып , илһам, дәрт алдылар. Бер нисә шиғырына йыр ҙа яҙылған.Һәүәҫкәр композитор,Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Вилюр Мәүлитов ”Рәхмәт һиңә” шиғырына Фәрит ағай Йосопов йырланы. Кейәүе

Темәс ауыл мәҙәниәт йортонда ”Атайсал”,”Ағинәй”клубы, “Ғилмияза” фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы, мәғариф ветераны Гөлнара Кәрим ҡыҙы Ҡотлоғәләмованың “Күңелем миҙгелдәре” китабының исем туйы үткәрелде

Ижад кисәһенә Өфө,Сибай,Баймаҡтан туғандары,мәғариф, мәҙәниәт, йәмәғәт вәкилдәре, Гөлнара Кәрим ҡыҙын яҡындан белгән фекерҙәштәре, дуҫтары, туғандары,балалары, ҡунаҡтар ҡатнашты.

Гөлнара Кәрим ҡыҙының был китабыны нәшер ителеүе уның өсөн генә түгел , беҙҙең өсөн, ауылдаштары, дуҫтары өсөн дә ҙур һөйөнөс булды!

Был йыйынтыҡҡа “Күңелем миҙгелдәре” китабында яҡын шиғырҙары ингән, инмәй ҡалғандары ла байтаҡ ҡына. Тыуған ер, тәбиғәт, мөхәббәт, сәйәсәт һәм тормошҡа арналған шиғырҙар тупланған унда.

Тамашасылар Гөлнара Кәрим ҡыҙының бер шәлкем шиғырҙарын тыңлап, ләззәтле тойғоларға сумып , илһам, дәрт алдылар.

Бер нисә шиғырына йыр ҙа яҙылған.Һәүәҫкәр композитор,Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Вилюр Мәүлитов ”Рәхмәт һиңә” шиғырына Фәрит ағай Йосопов йырланы.

Кейәүе Мигранов Рөстәм Нурулла улы бер нисә шиғырҙарына көй сығарған, ейәне Фәтих Рөстәм улы”Олатайым “,Миңзифа Йосопова”Йылмай әле “ йырҙарын йырланы.

Солтанова Рәмзиә апай ,”Ғилмияза “фольклор төркөмө кисәне дәртле бейеүҙәре менән биҙәне.

Һәләтле ауылдашыбыҙ, ҡәләм оҫтаһы Гөлнара апай Ҡотлоғәләмованың шиғырҙары беребеҙҙе лә битараф ҡалдырманы, күңелдәрҙе уйландырҙы, хисләндерҙе, моң - һағышҡа сорнаны, бына шундай тәрбиәүи көскә эйә ул уның ижад емештәре!

Тәжрибәле уҡытыусы, нескә күңелле һәләтле шағирә Гөлнара апай Ҡотлоғәләмоваға ныҡлы Һаулыҡ, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтың иң олоһон теләйбеҙ!

Яҡты ал таңдар, сыуаҡ көндәр һеҙҙең күңелде һәр саҡ яҡтыртып торһон! Балаларығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың хөрмәтенә төрөнөп, изгелек - мәрхәмәткә ҡойоноп, ауырымай- һыҙланмай оҙон- оҙаҡ ғүмер итергә насип итһен!