Телефон аша алдашып халыҡтан аҡса урлау әүҙемләшә бара: үткән тәүлектәрҙә Өфө халҡы аҡса махинациялараның яңы алымдары менән осрашты. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө идаралығындағы 6-сы полиция бүлегенә 31 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уның әйтеүенсә, 3 июлдә билдәһеҙ кешеләр күп тапҡыр телефонына шылтыратҡан. Тәүҙә улар үҙҙәрен, йәнәһе, Рәсәй Почтаһы вәкилдәре тип атаған һәм хат алыу өсөн СМС аша килгән кодты атауҙы һораған. Артабан енәйәтселәр адашыуҙың ғәҙәти ысулын ҡулланған – Үҙәк Банк хеҙмәткәре тип танытҡан, был ҡатындың шәхси мәғлүмәттәре хәүеф аҫтында тип ҡурҡытҡан. Уларҙың етәкселегендә телефон хужабикәһе “хәүефһеҙ” иҫәп асҡан һәм уға 350 мең һум аҡсаһын күсергән. Өфөләге 72 йәшлек ир ҙә аладҡсыларҙың ҡорбанына әүерелгән. Пенсионер әйтеүенсә, уның мессенджерына асҡыс тапшырыу өсөн, йәнәһе, домофон-сервистан шылтыратҡандар. Артабан енәйәтселәр үҙҙәрен полиция хеҙмәткәрҙәре тип атаған һәм был ирҙең шәхси мәғлүмәттәре ситкә китеүе тураһында иҫкәрткән, уны “хәүефһеҙ” иҫәп ас