Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Сибай ҡалаһындағы модулле мәшғүллек үҙәгендә булды. Республика мәшғүллек үҙәгенең Сибайҙағы филиалы илдәге тәүге модулле үҙәк булды. Ул, “Демография” милли проектына ярашлы, 2024 йылда асылды. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников республикала мәшғүллек хеҙмәтен комплекслы яңыртыуҙы 2019 йылда башлауҙары тураһында һөйләне. Был маҡсатҡа республика 468 миллион һумлыҡ федераль ярҙам алған. Тағы ла 500 миллион һумды төбәк бюджетынан бүлгәндәр. – Әлегә Башҡортостанда ике модулле кадрҙар үҙәге эшләй– Сибайҙа һәм Туймазы районында. Быйыл тағы алты үҙәк асасаҡбыҙ, – тине Юрий Мельников. – Беҙ уларҙы стандарттарға ярашлы биналар булмаған райондарҙа төҙөйбөҙ. Мәшғүллек хеҙмәте үҙәктәрен яңыртыу мөһим үҙгәрештәргә килтергән. Сибайҙағы яңыртылған үҙәк эш эҙләүселәр һәм эш биреүселәр өсөн ун тормош һәм биш бизнес ваҡиға осра