Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

35 меңдән ашыу ғариза бирелгән

Был – беренсе этап, ата-әсәләр прописка буйынса ғариза бирҙе, шулай уҡ льготалы төркөмгә ҡарағандар мәктәп һайланы. Икенсе этапта буш урын ҡалған мәктәптәр ҡарала. Уларға ғаризаларҙы 6 июлдән башлап алалар. Был хаҡта БР Дәүләт идараһын һанлаштырыу министрлығы хәбәр итә. РФ Һанлы үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан иң күп ғаризалар бирелгән биш төбәк иҫәбенә ингән. Күп мәктәптә баланы уҡырға алғанда сират ғаризаның ҡасан яҙылыуына бәйле. Шуға ла уны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша биреү эште тиҙләштерә. Ғаризаларҙың бер өлөшө 1 апрелдән бирелә башлаған һәм 30 июндә тамамланды. Икенсе төркөм 6 июлдән 5 сентябргә ҡәҙәр ғариза бирә. Был саҡта мәктәпкә урынлашыу йәшәгән ергә бәйле түгел, әммә уны һайлау уҡыу йортонда урын ҡалыу-ҡалмауға бәйле. Ата-әсәләр бер ыңғай бер нисә урынға ғариза бирә алды. “Дәүләт хеҙмәттәре” аша ғариза биреү мөмкинлеге, социаль хеҙмәттәрҙе электрон формаға күсереү, яңы сервистар төҙөү – “Мәғлүмәт иҡтисады” милли проектының (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) төп бурыстарының береһе. Сығанаҡ: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/736132/