Башҡортостан Республикаһында 144 йәмәғәт майҙанын төҙөкләндереү 2026 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса үткәрелә, тип хәбәр иттеләр төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Билдәләнеүенсә, был биләмәләр 21 апрелдән 12 июнгә тиклем барған төҙөкләндереү объекттары өсөн Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреүендә еңде. Унда республиканың 770 мең кешеһе ҡатнашты. Иң күп тауыш СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы скверға һәм Өфөләге Хәтер скверына, Стәрлетамаҡтағы Рус драма театрынан алып “Салауат” кинокомплексына тиклемге биләмәгә, Салауатта Космонавтар бульварындағы скейт-майҙансыҡҡа, Михайловка ауылында Ленин урамындағы скверға һәм Мәләүездә Ленин урамындағы йәйәүлеләр зонаһына бирелде. – Төбәк халҡы төҙөкләндереү мәсьәләләренә бик ныҡ йәлеп ителгән. Был эш барышын контролдә тотоуҙа ла сағыла. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы ярҙамында беҙ тораҡ пункттарыбыҙҙың күп һанлы етешһеҙлектәрен хәл итәбеҙ. Был эш менән әүҙем шөғөлләнеүебеҙҙе дауам итербеҙ, – тип билдәлән
2026 йылда Башҡортостанда 144 йәмәғәт биләмәһе яңыртыла
4 июля 20254 июл 2025
1 мин