Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Борай, Балтас һәм Тәтешле райондарында юл япмаһы яңыртыла

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда Борай, Балтас, Тәтешле райондарында дүрт участкала юл япмаһы тулыһынса яңыртыласаҡ, тип хәбәр иттеләр төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Бында юл ситтәрен нығыталар һәм юл билдәләре ҡуялар. 2025 йылда был юлдың 25 километр арауығын ремонтлау планлаштырыла. – Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлы буйлап көн һайын тәүлегенә өс меңдән ашыу автомобиль үтә. Ул беҙҙең республика менән Пермь крайы араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Шуға күрә уны тәртипкә килтереү мөһим. Яңыртылған юлдар трассала уңайлы һәм хәүефһеҙ юл йөрөүҙе тәьмин итәсәк, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Быйыл Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә 735 саҡрымдан ашыу төбәк һәм муниципаль-ара юлдар норматив хәлгә килтереләсәк. Эштәр Өфө – Инйәр – Белорет, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск, Магнитог

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда Борай, Балтас, Тәтешле райондарында дүрт участкала юл япмаһы тулыһынса яңыртыласаҡ, тип хәбәр иттеләр төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Бында юл ситтәрен нығыталар һәм юл билдәләре ҡуялар. 2025 йылда был юлдың 25 километр арауығын ремонтлау планлаштырыла. – Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлы буйлап көн һайын тәүлегенә өс меңдән ашыу автомобиль үтә. Ул беҙҙең республика менән Пермь крайы араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Шуға күрә уны тәртипкә килтереү мөһим. Яңыртылған юлдар трассала уңайлы һәм хәүефһеҙ юл йөрөүҙе тәьмин итәсәк, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Быйыл Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә 735 саҡрымдан ашыу төбәк һәм муниципаль-ара юлдар норматив хәлгә килтереләсәк. Эштәр Өфө – Инйәр – Белорет, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск, Магнитогорск – Ира, Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе, Белорет – Учалы – Мейәс һәм башҡа юлдарҙа уҙғарыла. Фото: transport.bashkortostan.ru.