Башҡортостан Башлығы Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге хәрби-патриотик “Патриот” паркында Рәсәйҙең 22 төбәгенән йыйылған уҡыусылар – “Геройҙар иле” хәрби-тарих лагерында ҡатнашыусылар менән осрашты. Сараны, “Ғаилә” милли проектына ярашлы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте үткәрә. Смена 14 көн дауам итә. Унда 350 уҡыусы ҡатнаша. Уларҙың иҫәбендә – патриотик конкурстарҙа еңеүселәр, мәктәп лидерҙары, ирекмәндәр, спорт ярыштары призерҙары, социаль әһәмиәтле проекттар авторҙары. 180-е –Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан. Радий Хәбиров тәбрикләү һүҙендә балаларға Рәсәй тарихы менән ҡыҙыҡһынғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. –Мин һеҙҙең һәр берегеҙгә фекерҙәшемә һәм партнерыма ҡараған кеүек мөнәсәбәттәмен. Әгәр беҙ бында икән, тимәк, ил тураһында бер төрлө фекер йөрөтәбеҙ, уның героик үткәне менән һоҡланабыҙ, хәҙергеһе өсөн борсолабыҙ. Һеҙ маладистар, хөрмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ, – тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Балалар уның республикалағы яратҡ