Найти в Дзене

Беҙҙең урамда ла байрам!

Бүздәк районының Әмир ауылы халҡы, бөтә эштәрен ташлап, Баҡса урамына байрамға йыйылды. Был эште ойоштороуҙы Әлиә Тимерйәнова менән Зәлифә Ергизова ҡулдарына алған. Байрамға ошо урамда йәшәгән ауыл советы рәйесе Валерий Исхаҡовты ла ҡунаҡҡа саҡырҙылар. – Тыуған яҡҡа һөйөү йәшәгән йортоңдан, ихатаңдан, урамдан башлана. Уның тарихы таҙа аҡ ҡағыҙҙан башланмай, ул урамда йәшәгән кешеләр яҙмыштарынан туҡыла. Беҙ бергә йыйылып уңыштарыбыҙға йышыраҡ шатланһаҡ ине, борсоған мәсьәләләребеҙҙе уртаға һалып хәл итһәк ине. Баҡса урамы артабан да башҡаларға өлгө булһын, – тине Валерий Владикович. Урам байрамса төҫ алған. Ҙур өҫтәлдә самауыр боҫрай, мул табын әҙерләнгән. Ауылдың аҡһаҡалы Вил Хәкимов урамдың ни өсөн Баҡса тип аталыуын аңлатып үтте. Киәҙе йылғаһының ике яҡ яры буйлап үҫкән баҡсаларҙа элек ҡарбуз, ҡауын, помидор, һуған, кәбеҫтә емерелеп уңған булған. Ошо урамда тыуып үҫкән Риф Дәүләтшин, Минзифа Исхаҡова, Динара Хәбибова, Вил Хәкимов – ауылдың иң оло кешеләре. Ғүмер буйы ошо ерҙә хеҙм

Бүздәк районының Әмир ауылы халҡы, бөтә эштәрен ташлап, Баҡса урамына байрамға йыйылды. Был эште ойоштороуҙы Әлиә Тимерйәнова менән Зәлифә Ергизова ҡулдарына алған. Байрамға ошо урамда йәшәгән ауыл советы рәйесе Валерий Исхаҡовты ла ҡунаҡҡа саҡырҙылар. – Тыуған яҡҡа һөйөү йәшәгән йортоңдан, ихатаңдан, урамдан башлана. Уның тарихы таҙа аҡ ҡағыҙҙан башланмай, ул урамда йәшәгән кешеләр яҙмыштарынан туҡыла. Беҙ бергә йыйылып уңыштарыбыҙға йышыраҡ шатланһаҡ ине, борсоған мәсьәләләребеҙҙе уртаға һалып хәл итһәк ине. Баҡса урамы артабан да башҡаларға өлгө булһын, – тине Валерий Владикович. Урам байрамса төҫ алған. Ҙур өҫтәлдә самауыр боҫрай, мул табын әҙерләнгән. Ауылдың аҡһаҡалы Вил Хәкимов урамдың ни өсөн Баҡса тип аталыуын аңлатып үтте. Киәҙе йылғаһының ике яҡ яры буйлап үҫкән баҡсаларҙа элек ҡарбуз, ҡауын, помидор, һуған, кәбеҫтә емерелеп уңған булған. Ошо урамда тыуып үҫкән Риф Дәүләтшин, Минзифа Исхаҡова, Динара Хәбибова, Вил Хәкимов – ауылдың иң оло кешеләре. Ғүмер буйы ошо ерҙә хеҙмәт итеп, олпат йәшкә еткәндәр. Урамдың иң йәш гражданы Артем Рамазановҡа уйынсыҡ машина бүләк итеп, уны ла шатландырҙылар. Илле йыл бергә йәшәгән бәхетле ғаиләләр ҙә бар. Шәүрә һәм Ғәҙел Низаметдиновтар, Зәйтүнә һәм Флүр Дәүләтшиндар балалары һәм ейәндәре өсөн ҡәҙерле, хәстәрлекле олатай-өләсәй хәҙер. Байрамда бөгөн улдары Ватан һағында торған ата-әсәләрҙе – Асия Хөбәйеваны, Зәлифә һәм Илшат Ергизовтарҙы тәбрикләп, йылы һүҙҙәр менән ҡыуандырҙылар. Маскировка селтәре үреүҙә иң әүҙем Эльвира Ниғмәтуллинаны тыуған көнө менән ҡотлап, ҙур уңыштар, һаулыҡ теләнеләр. Баҡса урамы халҡы йәнле, йылы осрашыуҙан ҡәнәғәтлек менән өйҙәренә таралышты. “Бындай байрамдар халыҡты туплай, изгелек орлоҡтарын тарата”, ти ауылдаштар. Ирина Кинйәкәева фотолары.