Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Яҙыусылар союзы йыйылышында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне. “Мин һеҙҙе Яҙыусылар союзының дөйөм йыйылышында тәбрикләүемә бик шатмын. Абруйлы йәмәғәт ойошмаһы бөгөн 200-ҙән ашыу тәжрибәле һәм йәш әҙәбиәтселәрҙе берләштерә. Союз донъяға ватан әҙәбиәтенең алтын фондына ингән күренекле авторҙарҙың һәм сағыу әҫәрҙәрҙең плеядаһын биргән Рәсәйҙең төп ижади берекмәләренең береһе булды һәм булып ҡала. 90 йыллыҡ тарихында ул рухи-мәҙәни тормоштоң үҙәгенә, оҫталыҡ мәктәбенә әүерелде. Союз халыҡ-ара хеҙмәттәшлек үҫешендә әүҙем ҡатнаша. Сағыу миҫал – Еңеүҙең 80 йыллығына Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, билдәле ҡаҙаҡ яҙыусыһы Кемель Тоҡаевтың “Серле эҙ” китабын тәржемә итеү һәм нәшерләү булды. Беҙ китапты уның улына – Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Ҡасым-Жомарт Кемелевич Тоҡаевҡа авторҙың яҡты иҫтәлегенә, беҙҙең халыҡтарҙың дуҫлығын нығытыуға хөрмәт билдәһе булараҡ тапшырҙыҡ. Беҙ Союзға ярҙам иттек, ярҙам итәбеҙ һәм ярҙам итеүҙе дауам итсәкбеҙ. Яңы ғына