Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Башҡортостан Республикаһында беренсел медицина ярҙамы үҫешенә арналған матбуғат сараһы булды. Унда республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Роберт Иштуков, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының йәмәғәт һаулығы буйынса баш штаттан тыш белгесе Алиса Минаева ҡатнашты. - Беренсел медицина ярҙамы звеноһы - өҫтөнлөклө йүнәлеш. Быға иғтибарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәр ваҡыт йүнәлтә. Ул беренсел медицина звеноһына ярҙам итә, - тине матбуғат конференцияһы башында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. – Беренсел медицина ярҙамы звеноһына килгәндә, беҙҙең үҙебеҙҙең айырым үҫеш стратегиялары бар. Ул, нигеҙҙә, өс төп нәмәгә ҡағыла. Беренсенән, инфраструктура. Федераль бюджет, республика етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбировтың ярҙамы менән беренсел медицина звеноһын нығыта алдыҡ. Был – балалар һәм өлкәндәр өсөн поликлини