Шағирә, тәржемәсе, журналист, тиҫтәләгән китап авторы, Шәйехзада Бабич һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты Лариса Абдуллина бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем алды. Бүләкләү тантанаһы Өфөлә үткән Башҡортостан Яҙыусылар союзының дөйөм йыйылышында уҙҙы. Яуап һүҙендә Лариса Абдуллина ижадын баһалағандары өсөн ҙур рәхмәт белдереп, был юғары исемде ғорурлыҡ менән йөрөтәсәген әйтте. Лариса Абдуллина Дәүләкән районының Мәкәш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлағандан һуң «Йәшлек» республика йәштәр гәзите редакцияһында эшләй, 2011 – 2020 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзите редакцияһында хеҙмәт итә, әлеге ваҡытта – «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире. Шағирәнең шиғырҙары «Башҡортостан шиғриәте антологияһы»на ингән, бөтә республика баҫмаларында, шулай уҡ «Лиффт», «Наш современник» журналдарында һәм «Четки» халыҡ-ара әҙәби-философик баҫмаһында баҫыла
Лариса Абдуллинаға “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем бирелде
3 июля 20253 июл 2025
1
1 мин