Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡара ҡарағаттан тиҙ эшләнә торған ҡайнатма

Уңған хужабикәләр төрлө емеш-еләктән ҡайнатма әҙерләй, һут яба. Был юлы һеҙгә ҡара ҡарағаттан желе кеүек булған бик тәмле ҡайнатма рецебын тәҡдим итәбеҙ. 2 стакан һыу менән 6 стакан шәкәр ҡомон ҡушып, сироп ҡайнатабыҙ. Шәкәре иреп бөткәс, 8 стакан ҡарағат өҫтәйбеҙ. 5-7 минуттан артыҡ ҡайнаһа, желеһы ҡуйы булмай, шуға һүрән утта аҙ ғына бешереү кәрәк. Унан һуң утты һүндереп, 2-3 стакан шәкәр ҡомон һалып, иреп бөткәнсе болғатып торабыҙ. Стерилләнгән банкаларға эҫе килеш тултырып ябабыҙ. Ҡыш көнө йәй тәмен тойоп, рәхәтләнеп ҡарағат ҡайнатмаһы менән сәй эсеүгә ни етә?! Ә һеҙ ҡара ҡарағат ҡайнатмаһын нисек эшләйһегеҙ? Рецепттарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине. Фото: телеграм