30 июндә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялай башланылар. Был аҙнала Башҡортостанда мөһим ваҡиға булды – ике йылға Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙан ябылды. Йәмәғәтселек был турала яҡшы белә – властар эштәрҙең һәр этабын ентекле аңлатып барҙы. Һәйкәл 57 йыл эсендә ысынлап туҙған, авария хәленә еткән. Әгәр уны тиҙ арала реставрацияламаһаң – бөтөнләй юҡҡа сығыу хәүефе янай! Һәйкәлде федераль кимәлдәге эксперттар ныҡлап тикшерҙе һәм ҡарарҙарын әйтте: һәйкәлде алып төҙөкләндерергә. Шулай уҡ бер юлы ул торған майҙанды һәм янындағы фонтанды ла ремонтларға булдылар. Һәйкәлде сентябрҙә алалар Шулай итеп, майҙан ябылды, унда үтеү мөмкин түгел. Һәйкәлгә килгәндә, ул әлегә урынында тора, төҙөүселәр әҙерлек этабын башҡарып бөткәс, сентябрҙә һәйкәлде урынынан алып, оҫтаханала төҙөкләндерәсәктәр. Уны урында ремонтлау техник яҡтан мөмкин түгел. Шулай уҡ урынына проекция йәки башҡа һәйкәл ише нәмә ҡуйыу ҙа килеп сыҡмай, был төҙөүселәргә ҡамасау итәсәк. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы етәксеһе Салауат Ҡолбахтин эштең техник яғы тураһында һөйләне. Ул, йәмәғәтселектең проектҡа ҙур иғтибар бүлеүенә бәйле, ведомствола махсус Күҙәтеү советы булдырылыуы, уға сәнғәт буйынса ғына түгел, геология, геодезия һәм металл ғилеме буйынса эксперттар ҙа инеүе тураһында әйтте. Уларға эштәр барышы тураһында халыҡҡа хәбәр итеп тороу бурысы йөкмәтелә. Эштәр өс этапта башҡарыла Дөйөм алғанда, һәйкәлде реконструкциялау 2027 йылдың аҙағына тиклем дауам итәсәк, яңыртылған комплекс үҙенең 60 йыллығына асылырға тейеш. Алдан хәбәр ителгәнсә, бөтәһе өс этап билдәләнгән. Беренсеһе - әҙерлек: майҙанды кәртәләү, төҙөлөш ҡаласығын әҙерләү, ауыр техника үтеүен тәьмин итеү. Сентябрҙә монументҡа 60 тонна йөк күтәреүсәнлектәге кран килә һәм уны постаменттан төшөрә. Икенсе - төп этап: һәйкәлде, пьедестал һәм ҡурғанды реставрациялау, шулай уҡ фонтанды реконструкциялау. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, тап торбаларҙан һыу ағып сығыу арҡаһында һәйкәл торған өйөм ултыра башлаған. Скульптураны цехта реставрациялайҙар. Коррозия менән зарарланған каркасты тулыһынса алмаштырырға кәрәк, ә Салауат үҙе һәм аты фигуралары йыйылған суйын пластиналар полимер материалдар менән эшкәртеләсәк, улар һәйкәлде төп емергес көстән — елдән һәм ультрафиолет нурланыштан һаҡлаясаҡ. Һәйкәлде 2027 йылдың апрелендә урынына ҡайтарыу планлаштырыла. Өсөнсө - һуңғы - этап шул мәлдә башлана һәм сентябргә тиклем бара. Был осорҙа тирә-яҡ биләмәне төҙөкләндерәләр. Проекттың хаҡы дөйөм алғанда 300 миллион һумға баһалана. Артабан һәйкәл реставрацияһыҙ тағы кәмендә 60 йыл тора алыр тип күҙаллана. Көн һайын елгә ҡаршы Әммә һәйкәл эсендә конденсат барыбер барлыҡҡа киләсәк — ул урынлашҡан мөхит шундай. – Һәйкәлде ҡуйыу өсөн иҫ китмәле матур һәм дөрөҫ урын һайланған. Ләкин ул көн һайын ҡот осҡос елдәр менән көрәшә. Тәүҙә уны ҡала үҙәгенә ҡуйырға тигән тәҡдим дә булған, унда ул тәбиғәт шарттарының көслө йоғонтоһона дусар булмаҫ ине. Әммә Тавасиев быға ҡырҡа ҡаршы була. Ул үҙенең ижадын Ағиҙел буйында ғына күрә. Быны тормошҡа ашырыу еңел булмай — халыҡты күсерергә һәм йорттарҙы һүтергә тура килә, әммә һәйкәл бөгөн иң уңышлы урында тора. Ғүмерен көрәшеп үткәргән милли геройыбыҙ бөгөн дә көрәшен дауам итә - көн һайын көслө елдәргә ҡаршы тора, — тине Салауат Ҡолбахтин. Эштәрҙе кем башҡара? Мәсьәләнең техник яғына килгәндә, подрядсы ойошма итеп Сәнғәт академияһы фонды һайланған. Улар әҙерлек эштәренә тотондо ла: ҡала халҡының хәүефһеҙлеге өсөн һәйкәл эргәһендәге майҙан кәртәләнде. – Әле беҙҙә әҙерлек эштәре бара: контур ябыла, һәйкәлгә юл һалына, төҙөлөш ҡаласығы урынлаштырыла. Артабан проект камиллаштырыласаҡ, уны заказсы – Өфө ҡалаһы хакимиәте раҫлаясаҡ. Бөтә эшмәкәрлегебеҙ киң мәғлүмәт сараларында даими яҡтыртыласаҡ, бында ла, цехта ла Күҙәтеү советы контроле өсөн махсус майҙансыҡ ойоштороласаҡ. Әлеге ваҡытта биләмәне сикләү, кәртәләү буйынса эштәрҙе субподрядсы башҡара, – тине Сәнғәт академияһы фонды подряд ойошмаһы вәкиле Ян Вәлишин. Биләмәне кәртәләү буйынса эштәрҙе субподрядсы "Альбит" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара. Ул бетон плитәләр ҡуя һәм территория тирәләй тимер ҡойманы иретеп йәбештерә. – Бөтә биләмә профнастил менән кәртәләнәсәк, һуңынан беҙ һаҡлағыс япманы таш майҙан өҫтөнә һалабыҙ һәм өҫтөнә ҡом һибәбеҙ, һуңынан һәйкәлгә техниканы индереү өсөн юл плитәһен һалабыҙ, – тип һөйләне "Альбит" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте мастеры Игорь Федоров. Һәйкәлде кем реставрациялай? – Һәйкәлдең үҙен реставрациялау эштәренә килгәндә, был эште Василий Зурабович Церетели етәкләгән Сәнғәт академияһы ҡарамағындағы Сәнғәт академияһы фонды башҡарасаҡ. Бөтә эштәр ҙә ҡануниәт сиктәрендә башҡарыласаҡ, өҫтәүенә улар Салауат Юлаев һәйкәленә битараф булмаған республика халҡы реставрация эштәре барышы тураһында тулы күләмдә мәғлүмәт алһын өсөн мөмкин тиклем асыҡ буласаҡ, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы Салауат Ҡолбахтин. Ентекле тикшереү үтте Салауат Юлаев һәйкәлен скульптор Сосланбәк Тавасиев 1967 йылда эшләй, ул яҡынса 40 тонна ауырлыҡтағы 10 метрлыҡ суйын атлы статуянан ғибәрәт. 2024 йылдың 14 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса эштәрҙе үткәреүгә документацияның дәүләт тарихи-мәҙәни экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса акт баҫтырып сығарҙы. Документацияны Ҡазандың “ТСНРУ” акционерҙар йәмғиәте эшләй, экспертизаны Санкт-Петербургтың “С.П. Бург һәм партнерҙар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре үткәрә. Уларҙан күренеүенсә, монумент авария хәлендә һәм ентекле реставрацияға мохтаж. Һөҙөмтәлә атлы һыбайлы скульптура ғына түгел, ә йыл һайын йылға яғына хәрәкәт иткән һәйкәл торған пьедестал да һәм хатта ҡурған да ремонт талап итә. Мәсьәләне хәл итеүҙе оҙаҡҡа һуҙыу бөтә һәйкәлгә емерелеү хәүефе менән янай. Сифат өсөн борсолмағыҙ! – Реконструкция сифаты тураһында борсолорға кәрәкмәй, ул профессионалдарға ышанып тапшырыла. Ҡануниәткә ярашлы, федераль әһәмиәттәге һәйкәл үҙгәрештәргә дусар ителмәй. Бер ниндәй ҙә яңылыҡ булыуы мөмкин түгел. Бөтә иғтибар юғалған пропорцияларҙы һәм элементтарҙы тергеҙеүгә йүнәлтелгән, – тине Салауат Ҡолбахтин. Реставрация барышында быға тиклем юғалған егеү кәрәк-ярағы элементы – геометрик биҙәкле күмелдерек тергеҙеләсәк, был һәйкәлдең тарихи берәгәйлеген тергеҙеү мөмкинлеген бирәсәк. Шулай уҡ һәйкәлдең тарихи ҡара-һоро төҫө ҡайтарыласаҡ, ул 2005 йылда фирүзә төҫөнә үҙгәртелгән ине. Шулай уҡ проект ҡурғандың тәүге формаһын һәм габариттарын тергеҙеүҙе һәм уны көсәйтеүҙе күҙ уңында тота. Реставрацияны ни өсөн цехта үткәрергә кәрәк? – Һәйкәл бер нисә конструктив үҙенсәлектән тора. Тышҡы ҡабығы 60-тан ашыу өлөштән тора. Был тышлыҡ эсендә швеллерҙарҙан һәм ике таврҙан торған таяу каркасы урынлашҡан. Экспертиза һәйкәлдең эске таяу каркасын алмаштырыу кәрәклеген раҫлай, шуға бәйле һәйкәлде һүтеү һәм эске таяу каркасына инеү мөмкинлеге кәрәк. Алып эшләмәйенсә, быны башҡарыу мөмкин түгел, – тип һөйләне Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы урынбаҫары Айнур Мөслимов. Фото: “Башинформ”.
Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса һорауҙарға яуаптар
3 июля 20253 июл 2025
1
5 мин
30 июндә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялай башланылар. Был аҙнала Башҡортостанда мөһим ваҡиға булды – ике йылға Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙан ябылды. Йәмәғәтселек был турала яҡшы белә – властар эштәрҙең һәр этабын ентекле аңлатып барҙы. Һәйкәл 57 йыл эсендә ысынлап туҙған, авария хәленә еткән. Әгәр уны тиҙ арала реставрацияламаһаң – бөтөнләй юҡҡа сығыу хәүефе янай! Һәйкәлде федераль кимәлдәге эксперттар ныҡлап тикшерҙе һәм ҡарарҙарын әйтте: һәйкәлде алып төҙөкләндерергә. Шулай уҡ бер юлы ул торған майҙанды һәм янындағы фонтанды ла ремонтларға булдылар. Һәйкәлде сентябрҙә алалар Шулай итеп, майҙан ябылды, унда үтеү мөмкин түгел. Һәйкәлгә килгәндә, ул әлегә урынында тора, төҙөүселәр әҙерлек этабын башҡарып бөткәс, сентябрҙә һәйкәлде урынынан алып, оҫтаханала төҙөкләндерәсәктәр. Уны урында ремонтлау техник яҡтан мөмкин түгел. Шулай уҡ урынына проекция йәки башҡа һәйкәл ише нәмә ҡуйыу ҙа килеп сыҡмай, был төҙөүселәргә ҡамасау итәсәк. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ об