💸 Баланың йәйге эш хаҡы берҙәм пособие тәғәйенләүгә йоғонто яһамай.
Үҫмер йәйге каникулда эшкә урынлашһа, уның хеҙмәт эшмәкәрлегенән алған табышы ғаилә килеменә индерелмәйәсәк. Бының өсөн ике шарт үтәлергә, атап әйткәндә:
- бала мәктәптә, колледжда йәки юғары уҡыу йортонда көндөҙгө бүлектә уҡырға;
- иҫәпләү башҡарылған осорға бала 18 йәшкә етмәгән булырға тейеш
Шул уҡ ваҡытта иҫәп алып барылған осорҙа уҡыу кәмендә 6 ай дауам итергә тейеш.
Шулай уҡ түбәндәге мәғлүмәт менән танышығыҙ:
▫️ Берҙәм пособие тәғәйенләгәндә ниндәй килем иҫәпкә алынмай
▫️ Берҙәм пособие тәғәйенләгәндә банк вкладтары буйынса процент иҫәпкә алынамы?
▫️ 2025 йылда берҙәм пособие: нимәләр белергә кәрәк
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан