Ольга Тарасова, Фән һәм мәғариф инициативаларын үҫтереү үҙәге директоры, “БЕҘҘЕҢ ЛАБА” проектының авторҙашы, РФ Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса советтың фән һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса Координация советы ағзаһы: – "Фән – йөҙҙәрҙә" күргәҙмәһен Координация советы дүртенсе йыл рәттән ойоштора, һәм икенсе йыл рәттән Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының гранты ярҙамы менән булдырылған күргәҙмә федераль масштабҡа эйә була бара. Мәҫәлән, былтыр күргәҙмәне Мәскәүҙән алып Владивостокка тиклем илебеҙҙең бөтә халҡы күрҙе. Быйыл да был сараны ошондай күләмдә үткәрергә ниәтләнек. Күргәҙмә башлап Петербург иҡтисади форумында асылды. Беҙ съезға шулай уҡ экспозиция килтерҙек. Бынан тыш, ҡайһы бер төбәктәрҙә лә экспонаттар ҡуйырға планлаштырабыҙ: Мәскәү метроһында, Горький паркында, ВДНХ-ла, ҙур майҙансыҡтарҙа һәм, әлбиттә, кульминация Йәш ғалимдарҙың бишенсе конгресында буласаҡ. Беҙ лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ, әлеге ваҡытта ниндәй асыштарҙың ғәмәлдә ҡу