Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Денис Секиринский Өфөләге вуз-ара студенттар кампусын «заманса, прецедентһыҙ төҙөлөш һәм фәнни инфраструктураны агрессив үҫтереү» тип атаны. Ул был хаҡта Башҡортостандың баш ҡалаһында асылған XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезының пленар ултырышында белдерҙе. – 50-се-60-сы йылдарҙа Новосибирскиҙа төҙөлгән Академия ҡаласығын ғына күләме яғынан оҡшаш төҙөлөш тип атай алам, – тине ул. Министр урынбаҫары республикабыҙҙың фәнни-технологик үҫеш яғынан ил төбәктәре араһында алдынғы урындарҙы биләүен, ә тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн мөхит булдырыу буйынса субрейтингта 1-се урында торғанын белдерҙе. “Был тикшеренеүселәргә бында ни тиклем уңайлы икәнен күрһәтә”, – тине Денис Секиринский. Федераль спикер фәнгә үҫешеү өсөн тотороҡлолоҡ һәм эҙмә-эҙлелек мөһим, тип билдәләне. Был шул ҡәҙәре ҙур тармаҡ: 700 меңләп кеше, дүрт меңдән артыҡ ойошма тикшеренеүҙәр, уйлап сығарыуҙар өлкәһендә эшләй. Пленар ултырыштан съ
Федераль министр урынбаҫары вуз-ара кампус төҙөлөүенә иң юғары баһа бирҙе
3 июля 20253 июл 2025
2 мин