Өфө дәүләт нефть техник университетының «Ҡала сәсәндәре» йәйге мәктәбе «Йәштәр һәм балалар» милли проектына (национальный проект «Молодежь и дети») ярашлы уҙғарылды. Был хаҡта юғары уҡыу йортонан хәбәр иттеләр. Йәйге мәктәптә 14 йәштән өлкән 16 уҡыусы ҡатнашҡан. Бер нисә аҙна дауамында улар экскурсия ойоштороу нигеҙҙәрен, ҡаланың тарихын һәм мәҙәниәтен, Башҡортостандың халыҡ риүәйәттәрен һәм легендаларын өйрәнгән, ораторлыҡ сәнғәте серҙәрен үҙләштергән һәм үҙ маршруттарын проектлаған. Уҡыу һөҙөмтәһе булараҡ уҡыусылар теләге булған һәр кем өсөн Өфө үҙәге буйлап авторлыҡ экскурсияһын әҙерләгән һәм үткәргән. "Былтыр уҡ уҡыусылар менән бындай аралашыуҙың файҙалы һәм бөтәһенә лә ҡыҙыҡлы булыуын аңланыҡ. Беҙ мауығып киткән уҡытыусыларҙан һәм студенттарҙан торған команда төҙөнөк, ул йәйге мәктәптең икенсе миҙгеле өҫтөндә эшләй башланы. 2025 йылда йыйылған уҡыусылар үҙенең кимәле менән шатландырҙы – балалар теоретик курстарҙы иғтибар менән тыңланы, һорауҙар бирҙе, нескәлектәр менән ҡыҙыҡһынды,
Өфө вузында “Ҡала сәсәндәре” тигән йәйге мәктәп тамамланды
3 июля 20253 июл 2025
1 мин