Найти в Дзене

Шишмә районында сәй байрамы үтте

Шишмә районының Түбән Тирмә ауылы эргәһендәге “Торахан” визит үҙәгендә “Әсәйем күстәнәсе” тип исемләнгән республика күләмендә сәй байрамы үтте. Уны Бөтә донъя татар конгресы ҡарамағында эшләп килгән “Изге мираҫ “ ойошмаһы ойошторҙо. “Торахан”ға яҡын булған Ҡалмаш, Үрге Тирмә ауылдары килгән ҡунаҡтарға сәй әҙерләне. Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Аҡташ ауыл мәҙәниәт йортоноң “Йәшлегем моңдары” анамбленең уңған апайҙары ла төрлө милли ризыҡтар бешереп алып килде. Был сарала халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығы, бер-береһенә ихтирам, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙыу кеүек сифаттар сағылды. “Торахан” визит үҙәгендә татар мәҙәниәт аҙналығын йомғаҡлап, “Изге мираҫ” ойошмаһы етәкселәре ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Фото: “Изге мираҫ” ойошмаһы социаль селтәренән.