Благовар районындағы Ҡармасан йылғаһы буйҙарын, “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярашлы, төҙөкләндерҙеләр. Благовар районы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, яңыртылған биләмәлә һуҡмаҡтар, бәүелсәктәр һәм эскәмйәләр булған урындар барлыҡҡа килгән, видеокүҙәтеү ҡуйылған. Параллель рәүештә райондың Языков ауылындағы Бондаренко һәм Яңы ауыл урамдарында йәйәүлеләр өсөн уңайлы урындар булдырылған. Рәсәй Президенты ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға ярашлы барлыҡҡа килгән “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты быйылдан ғәмәлдә һәм юл селтәрҙәрен, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереүҙе күҙаллай. Был саралар урында йәшәүселәргә уңайлы шарттарҙы булдырыуға йүнәлтелгән. Сығанаҡ, фото: Благовар районы хакимиәте.