Бөгөн, 2 июлдә, Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар ғилми йәмғиәттәре советтары съезын асыу тантанаһында һәм сараның пленар ултырышында ҡатнашты. Пленар ултырыш башланыр алдынан Радий Хәбиров Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Денис Секиринский менән форумдың күргәҙмә майҙансыҡтарын ҡараны. Съезды ойоштороусылар әйтеүенсә, илдең төрлө төбәктәренән йыйылған йәш ғалимдар өсөн Өфө буйлап гуманитар йүнәлештәге «Сократ» һәм мәғлүмәт технологияларына арналған «Пифагор. IT-Ufa» маршруттары буйынса экскурсиялар әҙерләнгән. Йәштәр шулай уҡ «Фәнни һуҡмаҡ» практикумы барышында үҙҙәрен фәнни-популяр турҙар эшләүселәр ролендә һынап ҡарай ала. Фәнни туризмды үҫтереү – Фән һәм технологияларҙың ун йыллығы инициативаларының береһе. Ошо башланғысҡа ярашлы Рәсәйҙә инновациялы объекттар буйынса үҙенсәлекле комплекслы турҙар ойошторола. Радий Хәбиров һәм Денис Секиринский «Фән – йөҙҙәрҙә» экспозицияһын ҡараны.