Мәрхүмде ерләгәндә ҡатын-ҡыҙҙарға зыяратҡа керергә яраймы икән, тигән һорау тыуҙы Әминә исемле танышымдың үҙе менән булған бер ваҡиғаны һөйләгәндән һуң. Сөнки ҡайһы бер ауылдарҙа рөхсәт итәләр, ҡайһы яҡта ҡатын-ҡыҙҙар ҡапҡа янынан уҡ оҙатып ҡала. Әминәнең һөйләгәндәрен тыңлайыҡ. – Ул ваҡытта мәктәптә уҡый инек. Минән ике йәшкә юғары Ләйлә исемле әхирәтемдең әсәһе сирләп, ҡапыл ғына вафат булды. Бик сабыр, донъя көтөүгә егәрле ине Сәүиә апай. Әхирәтемдең мәктәпте тамамлайым, юғары уҡыу йортона уҡырға инәм тип, имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡанатланып йөрөгән мәле ине. Әсәһе ауырыуын, бәлки, әйтмәгәндер ҙә, шуға ла барыһы өсөн дә был ваҡиға көтөлмәгән булды. Әхирәтемә терәк булыу маҡсаты менән мәктәптән класыбыҙ менән Ләйләнең әсәһен һуңғы юлға оҙатырға барҙыҡ. Мәрхүмде ҡәбергә ҡуйып тупраҡ һала башлауға, әхирәтем үҙен тыя алмай ярһып иларға кереште. Эргәләге туғандары уны тынысландырырға тырышты. Миңә быны күреү үтә ныҡ ауыр тәьҫир итте. Оҙаҡ ваҡыт ошо ҡыйын кисерештән сыға алмай, о