Иртән иртүк байрамса кейенгән тәүәтәйҙәр, йүгерек шишмә һыуындай, Дим буйына ағылды ла ағылды. Улар күптән көтөп алған байрамдары –ауылдың 230 йыллығына арналған тантанаға шулай ашыға. Иркен яланда матур итеп биҙәлгән ете тирмә эргәһендә былау, тәмле ит еҫтәре танауҙы ҡытыҡлай. Баннерҙарҙа башҡорт халҡының ете ырыуы тарихы,ошо йомарт ерҙең данлыҡлы ул һәм ҡыҙҙарының һүрәттәре урын алған. Ауылдаштары алдына сәхнәгә сыҡҡан Рәсилә Миниярова ауылдың барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырҙы. Архив материалдары, аҡһаҡалдар легендалары һәм риүәйәттәре барыһы ла ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс. Илебеҙҙең һағында торған Ватан һаҡсыларын, Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарын да ҙур хөрмәт менән иҫкә алды, тарихты яңыртты тәүәтәйҙәр. Фото: “Альшеевские вести”.