Бөгөн Башҡортостанда алтмыш меңгә яҡын күп балалы ғаилә йәшәй. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты тота. Герой әсәләр һаны ла артып, туғыҙға етте. Уларға, юғары награданан тыш, бер миллион һум күләмендә түләү ҙә ҡаралған. Бынан тыш, ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләп үҫтереүҙәге уңыштары өсөн ата-әсәләргә байтаҡ юғары наградалар ҙа тапшырыла. Шундай матур, уңған ғаиләләрҙең береһе Ҡырмыҫҡалы районында йәшәй. Был оло татыу ғаиләне белмәгән кеше юҡтыр ҙа. Рауза Сафина һәм Илдар Таһиров биш ул һәм алты ҡыҙҙарын һөйөү менән, ҡәҙерләп тәрбиәләп үҫтерә. Уларҙың ике ҡатлы иркен йорттары бәхетле балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп тора. Рауза Ғәбдерәүеф ҡыҙы “Герой әсә” исемен ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтә. Тиҫтәнән ашыу йыл элек ғаилә Өфө ҡалаһынан район үҙәгенә күсеп килә. Маҡсат билдәле инде, үҙ йортоңда, иркендә балаларҙы үҫтереү, хеҙмәткә өйрәтеү, баҡса тәрбиәләү, хужалыҡ тотоу. Бөгөн оло ғаиләнең шатлыҡтары ла, мәшәҡәттәре лә, уй-теләктәр