Өфөнән билдәле рәссам, Рәсәйҙең Рәссамдар ижади союзы, ЮНЕСКО ҡарамағындағы Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ағзаһы Александр Скорняковтың күргәҙмәһе асылды. Картиналарындағы күп ваҡиғалар ысынбарлыҡтағы кешеләр һәм ваҡиғаларға арналған. Яуҙан һуңғы тынғылыҡ мәле; ир-егеттәрҙе оҙатып ҡалыусы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны; алғы һыҙыҡта йәнәш торған мулла менән христиандар руханийы... – Бында тыныс тормошта йәшәүебеҙ, үҫешергә ынтылыуыбыҙ өсөн һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ, – тине рәссам, яугирҙәргә өндәшеп. Картиналағы геройҙарҙың береһе – “Тарихи хәтер” ойошмаһының республика йәмәғәт советы рәйесе Ринат Күлтоманов – уны күбеһе “Томан” позывнойы менән белә. МХО ветераны “Төньяҡ амуры” картинаһы менән таныштырғанда булды. Ул дошман квадрокоптерына уҡтан атҡан яугир төшөрөлгән һүрәттең тарихын һөйләне. Күргәҙмәнең үҙәгендә – “Ватан-әсә” картинаһы. Ул гранаталар йәшниге таҡталарынан эшләнгән рамға ҡуйылған. Автор әйтеүенсә, улына фатихаһын биреп яуға оҙатҡан – йыйылма, шул уҡ ваҡытта яугирҙәргә