Башҡортостанда плотиналар ремонтлана Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдереүенсә, республика ҡарамағында 27 гидротехник ҡоролма бар. Тикшереүҙәрҙән һуң, уларҙың 25-ен ремонтлау тураһында ҡарар ҡабул ителгән. - Ҡоролмалар нығытыласаҡ, был эштәр авария хәүефен кәметеү мөмкинлеге бирә, быйыл ташҡын имен үтте, алдағы йылдарҙа ла ошоға ынтылырға кәрәк, тине министр. Башҡортостанда гидротехник ҡоролмаларҙы ремонтлау өсөн аҡса федераль ҡаҙнанан бүленде