Бөгөн, 2 июлдә, Өфөләге “Торатау” конгресс-холында XIII Бөтә Рәсәй Йәш ғалимдар советы һәм Студент фәнни берләшмәләре съезы үҙ эшен башланы. “Традициялар тәрәнлегенән – технологиялар бейеклегенә тиклем” тип аталған сараға илдең төрлө төбәктәренән йәш ғалимдар, студенттар берләшмәләре әүҙемселәре, дәүләт ярҙамы алған йәш ғалимдар Рәсәй Президентының фән һәм инновациялар өлкәһендә йәш ғалимдар өсөн премияһы лауреаттары, фән, технологиялар һәм юғары белем биреү өлкәһендә идара итеү кадрҙары резервын үҫтереү программаһын тамамлаусылар, йәштәрҙең төрлө ғилми берләшмәләре вәкилдәре йыйылды. – 13-сө тапҡыр үткәрелгән ҙур сараның төп маҡсаты һәм бурысы – йәш ғалимдарға Рәсәйҙең фәнни-техник сәйәсәте нигеҙҙәре һәм яңылыҡтары тураһында мәғлүмәт еткереү, улар өсөн ниндәй өҫтөнлөклө йүнәлештәр, закондар сығарыу башланғыстары, ярҙам итеү ҡоралдары булыуы хаҡында хәбәр итеү. Ошонда ҡатнашҡан ғилми ойошмалар лидерҙары артабан был хаҡта үҙ төбәктәрендә һөйләйәсәк. Икенсе бурысыбыҙ - йәш ғалимдарҙың и